Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2020, 12:00

"Ҡоро закон"ды һанламағандар

Яңы йыл каникулдарында республиканың 133 магазины “ҡоро закон”ды боҙған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.

Яңы йыл каникулдарында республиканың 133 магазины “ҡоро закон”ды боҙған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.
Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу тѳбәктә 3 ғинуарҙа рѳхсәт ителмәне. Бынан тыш, алкоголь продукцияһына сикләүҙәр 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа ла ғәмәлдә ине.
Комитеттың пресс-секретары Нина Никандрова әйтеүенсә, законға ҡаршы килеүселәргә административ штраф һалынасаҡ. Вазифалы кешеләр ѳсѳн уның күләме – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр ѳсѳн - 100 меңдән 300 мең һумғаса. Быға ѳҫтәп, алкоголь продукцияһы ла конфискацияланасаҡ.
Яңы йыл байрамы кѳндәрендә Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тарафынан республика ҡала-райондарында йәмғеһе 70 магазин тикшерелгән.
Читайте нас: