Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2020, 11:00

Яңы йыл байрамдарында янғындар һаны кәмегән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Яңы йыл байрамдарында янғындар һанының һиҙелерлек кәмеүе хаҡында хәбәр итте.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Яңы йыл байрамдарында янғындар һанының һиҙелерлек кәмеүе хаҡында хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 1-9 ғинуарҙа республикала 150 янғын осрағы теркәлгән. Был 2019 йылдың ғинуар каникулдары (185) менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ.
Быйыл 150 янғында биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек 20 кеше янғын ҡорбаны булған.
Икәүһе, уҙған йылда, туғыҙы төрлө йәрәхәттәр алған.
«Балалар үлеменә һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылмаған», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.
Быйыл Яңы йыл байрамдарында сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалын ҡулланыу, мейес яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
http://www.bashinform.ru/news/1399363-chislo-pozharov-v-novogodnie-prazdniki-2020-zametno-snizilos-mchs-po-bashkirii/
Фото: proza.ru
Читайте нас: