Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2020, 17:30

БашРТС йылытыу өсөн ҙур суммалар иҫәпләп яҙылған барлыҡ йорттарҙы тикшерә

Ресурстар менән тәьмин иткән ойошмала ғәҙәттәгенән ике-өс тапҡырға күберәк суммалар яҙылған квитанцияларҙың килеүенә йорттоң дөйөм иҫәпләү приборҙарының дөрөҫ булмаған күрһәткестәре сәбәпсе булыуы ихтимал тип уйлайҙар. Унда өс аҙна эсендә бөтә йорттарҙы һәм уларҙағы иҫәпләгестәрҙе тикшерергә вәғәҙә бирҙеләр.

Ресурстар менән тәьмин иткән ойошмала ғәҙәттәгенән ике-өс тапҡырға күберәк суммалар яҙылған квитанцияларҙың килеүенә йорттоң дөйөм иҫәпләү приборҙарының дөрөҫ булмаған күрһәткестәре сәбәпсе булыуы ихтимал тип уйлайҙар. Унда өс аҙна эсендә бөтә йорттарҙы һәм уларҙағы иҫәпләгестәрҙе тикшерергә вәғәҙә бирҙеләр.Йорттоң дөйөм иҫәпләү приборҙарын тикшереү графигы 13 ғинуарҙа «БашРТС» (https://bashrts-rb.ru/) сайтына урынлаштырыла. Шулай уҡ «БашРТС»та ҡыҙыу линия эшләй, унда консультациялар алырға мөмкин: 8-800-511-30-15 (эш көндәрендә - иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем, ял көндәрендә - сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем). Йәки уларға Бәйләнештә төркөмөндә яҙырға була club69331766 (БашРТС).Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙа Өфөлә һәм республикала йәшәүселәр йылытыу өсөн сумма ғәҙәттәгенән бер нисә тапҡырға күберәк булған квитанциялар алды. Был халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙырҙы. БашРТС-та әйтеүҙәренсә, был йылытыу өсөн түләүҙең яңы схемаһына күсеү сәбәпле «төҙәтмәләр индереүгә» бәйле. Элек йыл буйына бер төрлө түләһәк, хәҙер иһә факт буйынса ғына. Һәм бер тапҡыр түләргә кәрәк. Киләсәктә төҙәтмәләр индерелмәй.
Читайте нас: