Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2020, 11:25

Күп балалы һәр ғаилә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала

Башҡортостанда 46 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Улар даими дәүләт ҡурсалауы аҫтында. Быйылдан, мәҫәлән, 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған һәр өсөнсө йәки артабанғы балаға өс йәшкәсә пособие юллағанда ғаиләнең йән башына уртаса килем күләме күтәрелде – ул 20 868 һумдан артмаған осраҡта түләнә. Йәғни биш кешенән торған ғаилә өсөн был сумма 104340 һумдан юғары булмаҫҡа тейеш.

Күреүебеҙсә, был ярайһы ҙур аҡса. Тимәк, күп балалы һәр ғаилә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала, тип әйтергә урын бар. Өсөнсө йәки артабанғы балаға өс йәшкәсә түләүҙәр күләме иһә – 8993 һум.
Сара “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ғәмәлгә индерелде.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: