Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 16:25

Ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана.

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан.
Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәләге сығышында, 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнаныҡы, тип билдәләне. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленде, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды.
Бер йылда дөйөм оҙонлоғо 32,3 саҡрымлыҡ 8 газ менән тәьмин итеү объекты, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты (66,9 саҡрым), дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты (Әбйәлил, Ҡалтасы, Ишембай, Асҡын райондарында) төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды, халыҡтың урындағы башланғыстарына ярҙам итеү буйынса өс проект бойомға ашырылды (күп функциялы спорт майҙансыҡтары).
Читайте нас: