Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 16:10

Эш ҡайнай

Оҙайлы байрам, ял көндәрендә бәғзе бәрәүҙәр рәхәтләнеп ял итһә, икенселәргә тәүлек әйләнәһенә ғәҙәти режимда ал-ял белмәй эшләргә тура килә. Сөнки уларҙың иңдәренә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп атҡарыу-атҡармауы кеше именлеге, хәүефһеҙлеге өсөн бигерәк тә мѳһим.

Ҡаланың “Коммунальщик” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы эшселәренең әле үтә лә тынғыһыҙ ваҡыты. Күпләп яуған ҡарҙан автомобиль юлдарын, тротуарҙарҙы, йорттарҙың ишек алдарын халыҡ иртәнге йоҡонан уянғанға тиклем таҙартып, һепереп, ҡом һибеү, йыйылған ҡарҙы техникаға тейәп ситкә оҙатыу, ҡыйыҡтарҙағы боҙбармаҡтарҙы юҡ итеү кеүек төрлө эштәр менән мәшғүл улар.
Идара итеүсе компания директоры Леонид Павлович Казанцев әйтеүенсә, бөгөнгө көндә был эштәргә 21 кеше һәм бер нисә тиҫтә техника йәлеп ителгән. Оҙайлы байрам көндәрендә эшселәр ҡала халҡына барлыҡ уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән ғәҙәти режимда эшләгән.
Карл Маркс урамында эш ҡайнай. Бында бер бригада ҡыйыҡтарҙы боҙбармаҡтарҙан таҙартһа, икенселәре юл ситендәге ҡарҙы техника ярҙамында “КамАЗ” машинаһына тейәй (һүрәттә). Урам йыйыштырыусы техниканың автомобиль хәрәкәте ағымына бер аҙ тотҡарлыҡ итеүенә ҡарамаҫтан, “тимер ат” хужалары быға дәғүә белдермәй. Коммуналь-хужалыҡ эшсәндәренең ҡаланы тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоу өҫтөндәге мөһим эш менән булыуын яҡшы аңлай улар.
Читайте нас: