- Ысынбарлыҡта беҙ Советтар Союзы осоронда булған һөт кухняларын киренән ҡайтарабыҙ. Был етди һәм ҙур эш. Тимәк, беҙ балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн эшләйәсәкбеҙ, - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров.Ысынлап та, Советтар заманындағы оҙон сиратты, быяла һауыттарҙы, уларға махсус ябылған резинка, ҡағыҙҙарҙы заман талаптарына яуап биргән биналар, етештереү ҡеүәте көслө булған ҡорамалдар, уңайлы һауыттар алыштырҙы.Башҡортостандың Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында асылған һөт кухняларының һөҙөмтәле эшләп китеүе “Демография” милли проектын уңышлы атҡарыу һөҙөмтәһендә булды. Республика һөт кухняһы селтәрен булдырыу артабан да дауам итә. Ошо көндәрҙә Белоретта ла һөт фабрика-кухняһы асылды. Заман талаптарына ярашлы проектланған һәм төҙөлгән, барлыҡ санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә тап килгән производство сифатлы, тәмле, хәүефһеҙ продукция етештереүгә булышлыҡ итә. Артабан һөт, кефир, эремсек һәм йогурт Белореттағы фабрика-кухняла етештерелеп, күрше ҡала-райондарға ла оҙатыласаҡ. Тәүгеләрҙән булып капиталь ремонттан һуң яңы асылған бинала ойошторолған дегустацияла һәм техник асыу сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Ручкина һәм Республика һөт кухняһы директоры Эльдар Сәйғәфәров ҡатнашты.- Быға тиклем белореттар Стәрлетамаҡ һөт фабрика-кухняһында етештерелгән һөт продукттары менән файҙалана ине. Хәҙер инде үҙҙәре лә заманса кухнялы булды. Ошо көндәрҙә һөт фабрика-кухняһы тулы ҡеүәткә эшләй башлай. Фабриканың етештереү ҡеүәте тәүлегенә 5 тонна һөттө эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Һөт аҙыҡтары менән Белорет, Учалы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондары, Межгорье, Көҙйылға ҡалалары балалары тәьмин ителәсәк.Бының өсөн ҡала-райондарҙа таратыу пункттары асылған. Белоретта һөтлө ашамлыҡтарҙы таратыу өсөн пункт ойошторолған. Ошо көндәрҙә ҡалала икенсе таратыу пункты ла эшләй башлаясаҡ. Күптән түгел генә Учалы ҡалаһында ошондай пункт асылһа, пландар буйынса, оҙаҡламай һөт ризыҡтары Сибайға ла оҙатыласаҡ, - тине Эльдар Рәмил улы яңы производство менән таныштырып.1 ғинуарҙан ташламаға хоҡуғы булған ғаиләләр бушлай һөт аҙыҡтүлектәре менән тәьмин ителә. Әйткәндәй, теләгәндәргә һөт фабрика-кухняһы тауарҙарын һатып алырға ла мөмкин. Ҡалала йәшәгән Сәйғәфәровтар оло улдарына һөт кухняһы ризыҡтарын ашатып үҫтергән, хәҙер таратыу пунктынан һатып алынған сифатлы эремсек, йогуртты кинйәләре яратып ашай.Ғаилә һөт кухняһын сифатлы һәм ышаныслы продукция тәҡдим иткәне өсөн үҙ итеп өлгөргән дә инде. Балалар сәләмәтлеге өсөн етештерелгән продукция сифатлы булырға һәм техник талаптарға, барлыҡ нормаларға яуап бирергә тейеш. Фабрикала сеймалды эшкәртеүгә ебәрер алдынан етди тикшереү үткәрелә. Лабораторияла һөткә ентекле анализ эшләнелә. Һөттәге ҡуйылыҡ, аҡһым һәм май миҡдары иҫәпләнелә. Бер тәүлек эсендә уларҙан эремсек, һөт, кефир әҙерләнә. Һәр эш тә автоматлаштырылған. Етештереү цехынан тура таратыу пункттарына илтеп ҡуйыла. Ойошманың йөк машиналары ризыҡтарҙы күрше ҡала-райондарҙа урынлашҡан таратыу пункттарына ла ташыясаҡ. Фабрика ташламаларға хоҡуғы булған ғаиләләрҙе, продукцияны һатып алыусыларҙы сифатлы, тәмле һөт ризыҡтары менән ҡыуандырыу өҫтөнә 25 хеҙмәткәргә эш урыны ла булдырған.