15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары күҙаллауынса, ул тәү сиратта халыҡтың тормошон, иҡтисади шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Парламентарийҙар шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге хәлгә дәүләт башлығының баһаһын ишетергә ниәтләй.
“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаевтың фекеренсә, Президент Мөрәжәғәтнамәһендә төп иғтибар кеше һәм граждан мәнфәғәттәренә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы темаһы күтәреләсәк.
КПРФ лидеры Геннадий Зюганов дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәһенән “ғәмәлдәге хәлгә, һөҙөмтәләргә аныҡ баһа, өр-яңы курс, көслө состав” көтөүе тураһында белдерҙе.