Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 18:20

Республикала демографик хәлде яҡшыртыу планлаштырыла

Башҡортостан Хѳкүмәтенең вице-премьеры Ленара Иванова Республика Хѳкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә тѳбәктә демографик хәлде яҡшыртыу саралары тураһында һѳйләне.

Башҡортостан Хѳкүмәтенең вице-премьеры Ленара Иванова Республика Хѳкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә тѳбәктә демографик хәлде яҡшыртыу саралары тураһында һѳйләне.
Ул тыуымды арттырыу йәһәтенән “юл картаһы” менән таныштырҙы. Алдағы биш йыл эсендә кәмендә 8414 сабыйҙың тыуыуы планлаштырыла. Аборттарҙы профилактикалау һәм консультация иҫәбенә донъяға йәнә 2480 бала тыуыуы ихтимал. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең репродуктив сәләмәтлеге яҡшырыу һѳҙѳмтәһендә - 2175, ә ЭКО процедураһы ярҙамында 2625 сабый тыуыуы планлаштырыла. Был медицина манипуляциялары ярҙамында биш йыллыҡтың һәр йылына 83-әр миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ түрәләр Стәрлетамаҡ ҡалаһында пилот режимында үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән балаларҙы ҡарау хеҙмәтен үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. Был йүнәлеш 1134 сабыйҙың тыуыуына этәргес буласаҡ.
- Әлеге проблема менән ашығыс рәүештә кѳрәшергә кәрәк, юғиһә беҙҙең “дүрт миллионлыҡ” бер заман “ѳс миллионлыҡ”ҡа әйләнәсәк. Быға юл ҡуйырға ярамай, йыл һайын хәлде күҙәтеп барырға һәм халыҡҡа ярҙам итергә кәрәк, - тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
2019 йылда Башҡортостанда йәмғеһе 42 мең бала тыуған, был 2018 йылғы күрһәткестәрҙән 10 процентҡа түбәнерәк. Һораулама һѳҙѳмтәләре буйынса, ғаиләләрҙең 60 проценты ишле балалар булыуын теләй һәм аҡсалата түләүҙәр генә түгел, тѳрлѳ социаль ташламалар ҙа мѳһим булыуын билдәләй.
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Фото: temidnya.ru
Читайте нас: