Фатирҙарҙа йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырылған һәм уларҙа электр энергияһы, газ һәм һыу сарыф итеүҙе үлсәү приборҙары, сантехника урынлаштырылған. Һәр ҡайһыһы автономлы йылытыу ҡоролмаһы менән тәьмин ителгән. Өй туйлаусыларға Яңы йылда яңы фатирҙа йәшәү уңайлы һәм йәмле булһын, тип теләне Владислав Геннадьевич.