Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 20:15

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та Мөрәжәғәтнамә буйынса үҙ фекерен әйтте

Владимир Путиндың бөгөнгө Федераль Йыйылышҡа булған Мөрәжәғәтнамәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә тыңланы һәм аҙаҡ социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Владимир Путиндың бөгөнгө Федераль Йыйылышҡа булған Мөрәжәғәтнамәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә тыңланы һәм аҙаҡ социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Мөрәжәғәтнамәнән шундай яҡшы кәйеф менән ҡайтып барам! Хәҙер беҙ балалар тәрбиәләгән һәм бай йәшәмәгән ғаиләләребеҙгә нимә көтөргә икәнлеген ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ. Әсәлек капиталы 150 мең һумға арта. Ул беренсе бала өсөн дә буласаҡ. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ла пособие түләүҙәре бик яҡшы (беҙ был турала хыяллана ла алмай инек).
Был бик ҙур проблема ине: өс йәш тулғас, балаларҙың пособиеһы бөтә, ә ата-әсәнең сығымдары арта. Тағы бер мөһим әйбер: минең башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптә ашауҙы бушлай яһарға саҡ ҡына ҡыйыулығым етмәгәйне. Ҡыуанысҡа, Президент бындай ҡарарҙы ҡабул итте. Һәм беҙҙең мәктәптәрҙә шундай күренештәр булмаясаҡ: кемдер бер менюнан, ә кемдер икенсеһенән, ярлырағынан ашай... Яңы уҡыу йылынан башлаясаҡбыҙ. Был - Мөрәжәғәтнамәнең яҡшы, гуманлы элементтары. Унда, әлбиттә, бик күп сәйәси моменттар ҙа булды. Тик иң мөһиме – Президент бик аныҡ итеп, илдең бөйөклөгө – граждандарҙың дәрәжәһе һәм уларҙың юғары тормош кимәлендә, тине”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: .kremlin.ru
Читайте нас: