Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 16:55

Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә ниндәй ташламалар ҡаралған?

Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә тәғәйен ташламалар

Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә тәғәйен ташламалар:
- түләүһеҙ медицина хеҙмәте, бушлай процедуралар;
- түләүһеҙ дауаланыу мѳмкинлеге;
- түләүһеҙ протездар;
- балаға алты йәш тулғансы бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителеү мѳмкинлеге;
- балалар баҡсаһына сиратһыҙ урынлашыу;
- мәктәп ашханаһында бушлай туҡланыу;
- мәктәп формаһына компенсация;
- коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн 30 йәки 100 процент компенсация менән түләү;
- һалым ташламалары;
- торлаҡ сертификаты;
- күп балалы ғаиләләргә торлаҡ (әсәлек капиталы, 6 процент ставкалы ипотека, “Йәш ғаилә” программаһы);
- бушлай ер участкаһы;
- 5 һәм унан күберәк балаға ғүмер биргән әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы һәм бер тапҡыр түләнә торған 16950 һум күләмендә аҡса;
- балалар ѳсѳн пособиелар;
- 9 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр түләнә торған 600 мең һум күләмендә аҡса (тәрбиәгә алынған балалар ғаиләлә кәмендә 3 йыл йәшәгән булырға тейеш).
Фото: supernanny.co.uk
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: