Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 11:35

"Беҙгә милли проекттар маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итегеҙ"

Рәсәй Президенты кисә илебеҙҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудринды ҡабул итте. Баҡһаң, был күҙәтеүсе-контролләүсе органдың барлыҡҡа килеүенә 25 йыл була икән.

Рәсәй Президенты кисә илебеҙҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудринды ҡабул итте. Баҡһаң, был күҙәтеүсе-контролләүсе органдың барлыҡҡа килеүенә 25 йыл була икән.
Беләһегеҙҙер, Иҫәп палатаһы дәүләт власында бик мөһим функция башҡара - дәүләт сығымдарын контролләй. Ведомство Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, Дәүләт Думаһы менән туранан-тура эшләй.
Владимир Путин палата эшмәкәрлегенә ҙур баһа бирә һәм артабан да яуаплы, намыҫлы эшләүен теләй. Тимәк, милли проекттарҙың үтәлешен Иҫәп палатаһы даими өйрәнеп торасаҡ, етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған хәлдә, етди ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Кудрин әфәнде лә Президентты, беҙ тик һөҙөмтәгә ирешеү өсөн эшләйбеҙ, кешеләр яҡшыраҡ йәшәһен, илебеҙ үҫһен өсөн, тине.
Фото: kremlin.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас: