Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 17:15

“Әсәлек капиталы” беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ

Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.
Ул сығышын ил өсөн иң мөһим проблема менән башланы. Был – демография. Ғаиләләр өсөн бик күп һәм яҡшы яңылыҡтар әйтелде. Хәҙер “Әсәлек капиталы” беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Уның күләме индексациянан һуң быйыл 466 мең тәшкил итәсәк.
Ә бына икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн “Әсәлек капиталы” күләме арта. Улар өҫтәп 150 мең һум аласаҡ. Тимәк, 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө бала тапҡандар ҙа мәхрүм ҡалмаясаҡ. Ғаиләнең ипотекаһының 450 мең һумы ҡапланасаҡ. Күренеүенсә, балалы ғаиләләр өсөн бик ҙур ярҙам саралары күрелде.
Читайте нас: