Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 11:45

Вәғәҙә бирҙек - эшләнек!

"Вәғәҙә бирҙек - эшләнек! Бөгөн Иглин районы үҙәгендә оҙаҡ көтөп алынған яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты..." - тип яҙҙы "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

"Вәғәҙә бирҙек - эшләнек! Бөгөн Иглин районы үҙәгендә оҙаҡ көтөп алынған яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты..." - тип яҙҙы "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Афариндан башҡа ни әйтәһең. Мәктәп 640 балаға иҫәпләнгән, уға 160 урынлыҡ "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы ла ҡушылған. Мәктәп төҙөлөшө "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" программаһына индерелгәйне. Ул шулай уҡ "Демография" милли проектының "Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә шарттар тыуҙырыу" төбәк программаһына ярашлы ла башҡарылды.
Төҙөлөшкә 370 миллион һум аҡса тотонолған. Мәктәп заманса йыһазландырылған. Секциялар, тәңәрәктәр эше өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Ике ясли төркөмө бар.
Радий Хәбиров бәләкәстәрҙе көтөүҙәрен дә белдерҙе. Төбәктең йәш ата-әсәләре, ясли ҙа, мәктәп тә балалар тауышынын шау-гөр килеп торһон өсөн һеҙҙең ярҙам кәрәк!
Фото: vk.com. Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: