Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 17:45

Владимир Путин 3-тән алып 7 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте

Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ өстән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте. Һүҙ килеме бер кешегә йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр тураһында бара.

Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ өстән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте. Һүҙ килеме бер кешегә йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр тураһында бара.
Был хаҡта дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Килем түбән икән, ғаиләләр беренсе һәм икенсе балаға өҫтәмә түләүҙәр алырға тейеш. Был уртаса 11 мең һумдан ашыу. Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләрҙең 70-80% — балалы ғаиләләр, тине Владимир Путин.
«Беҙҙең демографик киләсәккә туранан-тура хәүеф менән янаған киҫкен проблема бар — халыҡтың, ғаиләләрҙең күпселегенең килеме түбән. Аҙ килемле ғаиләләрҙең яҡынса 70-80% — тап балалы ғаиләләр, һеҙ быны яҡшы беләһегеҙ. Йыш ҡына, хатта ике ата-әсә эшләгән осраҡта ла бындай ғаиләнең килеме бик аҙ, — тине ул . — Ошондай түләү алыу өсөн ғариза биреү, шулай уҡ үҙеңдең рәсми килемеңде күрһәтеү зарур. Шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм, был процедураны халыҡ өсөн уңайлы һәм ябай итеп эшләргә кәрәк. Улар барыһын да сиратһыҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ рәсмиләштерә алһын өсөн. Йәки ситтән тороп, тейешле дәүләт порталы аша».
Читайте нас: