Дмитрий Медведев Владимир Путин менән осрашҡан саҡта үҙенең был ҡарарын ил башлығы әйткән тәҡдим - Конституцияны үҙгәртеү фонында дөрөҫ буласаҡ тип аңлатты. Владимир Владимирович Медведевҡа эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм министрҙар кабинетының яңы составы формалашҡанса үҙенең вазифаһын үтәп торорға ҡушты. Путин һүҙҙәре буйынса ул үҙенең ҡаҙаныштары менән ҡәнәғәт. Бер юлы Рәсәй Президенты Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын индереү планы менән уртаҡлашты һәм был постты Медведевҡа тәҡдим итте.