Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 11:55

Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды

Ошо көндәрҙә “Йөрәк-ҡан тамырҙары сиҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге үҙ эшен башланы.

Ошо көндәрҙә “Йөрәк-ҡан тамырҙары сиҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге үҙ эшен башланы.
Хәҙер республиканың Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары һәм Межгорье ҡалаһы халҡына үҙәктә юғары квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге буласаҡ. Медицина үҙәгендә йылына 600 диагностика һәм дауалау процедуралары үткәреү ҡаралған.
Үҙәкте асыу тантанаһында баш ҡала ҡунаҡтары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгестәре - белгес-кардиологы, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, мейелә ҡан әйләнеше боҙолғанда медицина ярҙамын координациялау буйынса эксперт, тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова, халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге начальнигы Елена Ғәлиуллина һәм рентгенэндоваскуляр ысулы буйынса диагностикалау һәм дауалау буйынса белгес, Республика кардиология үҙәгенең бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре докторы Игорь Бузаевтар ҡатнашты.
Үҙәкте асҡандан һуң шул уҡ көндә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған яңы ангиограф комплексында өс операция эшләнде. Үҙәктә эш башлаған рентгенэндоваскуляр хирургтарға тәүге операцияларын эшләүҙә кардиоүҙәк бүлексәһе мөдире Игорь Бузаев, табип Эльфир Мостафин, табип-кардиолог Азат Баһаутдинов ярҙам итте. Тәүге операцияны Игорь Вячеславович үҙе эшләһә, ҡалғандарында Белорет коллегаларының эшен күҙәтеп кенә торҙо. Дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт иткән тәүге пациентҡа 67 йәш, ул оҙаҡ йылдар йөрәк ишемик ауырыуы менән яфаланған. Операциянан һуң пациенттың тормошо ла күпкә яҡшырыуына шикләнмәй белгестәр.
Республиканың кардиология үҙәге белгестәре бер нисә көн дауамында коллегаларына практик ярҙам күрһәтәсәк.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Татьянан Зайцева фотоһы.
Читайте нас: