Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 10:00

Төбәктә 98 мең ғаиләнең әсәлек сертификатында аҡсаһы бар

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 98 меңдән ашыу ғаиләнең әсәлек сертификатында тулы күләмдә йәиһә өлөшләтә аҡсаһы бар, тип хәбәр итә Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 98 меңдән ашыу ғаиләнең әсәлек сертификатында тулы күләмдә йәиһә өлөшләтә аҡсаһы бар, тип хәбәр итә Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы эшләй башлағандан алып республикала бөтәһе 318 меңдән ашыу сертификат тапшырылған. 220 мең сертификат хужаһы әсәлек капиталы аҡсаһын тулыһынса тотонған.
«Ғаиләләрҙең күпселеге йәки 261 меңгә яҡыны аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 14 мең ғаилә – балаларҙы уҡытыуға, 157 сертификат хужаһы тупланма пенсияға йүнәлткән, 1,8 меңдән ашыу ғаиләгә ай һайын аҡса бирелә, биш ғаилә инвалид балалар өсөн тауарҙар һатып алған», — тип белдерҙеләр Пенсия фондында.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы күләме 466 617 һумға тиклем арттырылды. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, сумма 13 591 һумға күберәк.
Быйыл 1 ғинуарҙан шулай уҡ айлыҡ түләү алыусылар даирәһе киңәйтелде һәм уны алыу ваҡыты арттырылды.
Әле ғаиләнең һәр ағзаһына килеме 20 868 һумдан түбәнерәк булған ғаиләләр 9789 һумлыҡ айлыҡ түләү һорап мөрәжәғәт итә ала.
Хәҙер сертификат хужаһы икенсе балаһы тыуғандан алып өс йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта айлыҡ түләү һорап мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Фото: Sosnovka.eps74.ru
http://www.bashinform.ru/news/1401387-98-tysyach-semey-bashkirii-imeyut-sredstva-na-materinskom-sertifikate/
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: