Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 11:00

Тәүге әҙер стоматология бүлмәһе асылды

Башҡортостанда «Үргә ос!» мәғариф проектына ярашлы, «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә индереү буйынса эш башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.Был проект сиктәрендә уҡыусылар һаны 800-ҙән күберәк булған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре барлыҡҡа киләсәк. Ә балалар һаны әҙ булған мәктәптәрҙәге уҡыусылар теш табибына поликлиникаға йөрөйәсәк.

Башҡортостанда «Үргә ос!» мәғариф проектына ярашлы, «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә индереү буйынса эш башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Был проект сиктәрендә уҡыусылар һаны 800-ҙән күберәк булған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре барлыҡҡа киләсәк. Ә балалар һаны әҙ булған мәктәптәрҙәге уҡыусылар теш табибына поликлиникаға йөрөйәсәк.
Ошо көндәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбендә асылған тәүге стоматология бүлмәһен ҡараны. “Был - мин ҡараған тәүге әҙер стоматология бүлмәһе”, - тип билдәләне ул.
Бөтә эштәрҙең хаҡы, ҡорамалдар һатып алыу менән бергә, 1 миллион һум тәшкил иткән.
“Башҡортостандың стоматология бүлмәләрен тергеҙеү тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыларының береһе тип танылған, бөтәһе ошондай 61 бүлмә була. Иң мөһиме, балаларҙың теш ауырыуҙарын иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Хәҙер беҙ 700-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләрен асабыҙ, шунан һуң 500 уҡыусылыҡ мәктәптәрҙе йыһазландыра башлайбыҙ», - тине республика етәксеһе.
Балалар стоматологы Элина Вәлиева Радий Хәбировҡа республика мәктәптәрендә «Сәләмәт йылмайыу» программаһын индереүҙәре һәм стоматология кабинеттары аса башлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Балаларға бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бында бик яҡшы ҡорамал ҡуйылған һәм беҙ, әлбиттә, дауалауҙан тыш, иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ», - тине теш табибы.
Фото: Башинформ
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: