Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 17:10

Йәнә авария, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан менән

Кисә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында юл фажиғәһе теркәлә. 31 йәшлек Силәбе водителе идара иткән «Skoda Octavia» менән руль артында 43 йәшлек урындағы граждан ултырған «Great Wall» автомобилдәре бәрелешә.

Авария һөҙөмтәһендә тәүге автомобиль пассажиры – 38 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә.
14 ғинуарҙа иһә юл-транспорт фажиғәһе Аҙнағол-Сермән ауылдары араһында теркәлә. “Dodge Caliber” автомобиле водителе транспорт менән идара итеүҙе юғалта һәм юл ситенә оса. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә 2 кеше йәрәхәтләнә, 1 кеше һәләк була.
Юл фажиғәләре сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
БР буйынса ЮХХДИ һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, киҫкен ихтыяжһыҙ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Читайте нас: