Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:05

Берлинда "Йәшел аҙна" башланды

Бөгөн Берлинда 85-се Халыҡ-ара “Йәшел аҙна – 2020” күргәҙмә-йәрминкәһе эш башланы. 26 ғинуарға тиклем дауам иткән сарала Рәсәйҙең 18 төбәге ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан да бар.Былтыр был сарала 400 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 61 ил үҙ экспозицияһын ҡуйған. Быйыл бөтә илдән 1800 экспонент ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмә сиктәрендә 300 техник конференция үтәсәк.Рәсәй етештереүселәренең ҙур күләмле экспозицияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының стратегик башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк. “Йәшел аҙна”ла төрлө илдәр аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ өлкәһендәге юғары уңыштарын күрһәтелә. Рәсәй Федерацияһы 5000 кв.м. майҙанлыҡ дөйөм экспозиция тәҡдим итәсәк. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Рәсәй экспорт үҙәге ойошторасаҡ.Башҡортостан делегацияһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләй. “Башҡортостан продукты”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлеры”, “Башспирт” кеүек Башҡортостандың ҙур компаниялары үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк.Был предприятиелар ресторан зонаһы эшендә лә ҡатнаша аласаҡ. Унда гастроном саралары һәм дегустациялар үтәсәк. Шулай уҡ "Russian Food Market" зонаһы эшләй, теләүселәр Рәсәй компаниялары етештергән тауарҙы һатып ала аласаҡ. Экспозиция эше ҙур концерт программаһы менән үрелеп барасаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Фото: agrovesti.net

Бөгөн Берлинда 85-се Халыҡ-ара “Йәшел аҙна – 2020” күргәҙмә-йәрминкәһе эш башланы. 26 ғинуарға тиклем дауам иткән сарала Рәсәйҙең 18 төбәге ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан да бар.
Былтыр был сарала 400 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 61 ил үҙ экспозицияһын ҡуйған. Быйыл бөтә илдән 1800 экспонент ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмә сиктәрендә 300 техник конференция үтәсәк.
Рәсәй етештереүселәренең ҙур күләмле экспозицияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының стратегик башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.
“Йәшел аҙна”ла төрлө илдәр аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ өлкәһендәге юғары уңыштарын күрһәтелә. Рәсәй Федерацияһы 5000 кв.м. майҙанлыҡ дөйөм экспозиция тәҡдим итәсәк. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Рәсәй экспорт үҙәге ойошторасаҡ.
Башҡортостан делегацияһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләй. “Башҡортостан продукты”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлеры”, “Башспирт” кеүек Башҡортостандың ҙур компаниялары үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк.
Был предприятиелар ресторан зонаһы эшендә лә ҡатнаша аласаҡ. Унда гастроном саралары һәм дегустациялар үтәсәк. Шулай уҡ "Russian Food Market" зонаһы эшләй, теләүселәр Рәсәй компаниялары етештергән тауарҙы һатып ала аласаҡ. Экспозиция эше ҙур концерт программаһы менән үрелеп барасаҡ.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Фото: agrovesti.net
Читайте нас: