Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 12:20

Иң яҡшы бухгалтер - беҙҙә

Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлау һәм һөнәри йәһәттән уңышҡа ирешкәндәрҙе бүләкләү тантаналары үтте.

Матбуғат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Венера Хәкимова, агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһы Рәсәй почтаһы директоры Ирек Ғәлимов, мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре сығыш яһаны. Бер төркөм коллегаларыбыҙ матур наградаларға лайыҡ булды. Улар араһында Белорет мәғлүмәт үҙәге филиалының махсуслаштырылған бухгалтерияһының өлкән бухгалтеры Ольга Юрьевна Жерякова ла бар.
Коллегабыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эшендә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Читайте нас: