Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 14:00

Путинды аптыратҡандар

Рәсәй президенты Владимир Путин балалары булған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеүгә ҡаршы сыҡҡан әҙәмдәрҙе әшәкелектә ғәйепләне.

Рәсәй президенты Владимир Путин балалары булған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеүгә ҡаршы сыҡҡан әҙәмдәрҙе әшәкелектә ғәйепләне. Был турала ул 18 ғинуар кѳнѳ Петербургта ветерандар һәм йәмәғәтселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.
Дәүләт башлығы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән социаль селтәрҙәрҙә ҡупҡан ризаһыҙлыҡҡа оторо аптыраған.
“Хайран ҡалырлыҡ, мин быны хатта күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Баҡтиһәң, дәүләткә балалары булған ғаиләләргә бындай күләмдә ярҙам ҡулы һуҙырға ярамай, имеш. Ғәжәп ҡылырлыҡ бит, ә! Был әҙәмдәрҙе фаш итеү кәрәк. Ниндәйҙер әшәке оятһыҙҙар!” - тине Путин.
Хәйер, кешеләр бының ише фекерҙәрҙе сағылдырырға хоҡуҡлы, тип ѳҫтәне президент. “Һәр кемдең йүләрлеге күренәсәк”, - тип һүҙен йомғаҡланы ул.
Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, Владимир Путин 15 ғинуарҙа Федераль йыйылышҡа тѳбәлгән мѳрәжәғәтнамәлә әсәлек капиталы суммаһының күләмен арттырырға һәм уны беренсе балаға ла бирә башларға тәҡдим иткәйне. Тәүге бала ѳсѳн дәүләт 466 мең һум түләйәсәк. Икенсе сабый тыуғанда иһә йәнә 150 мең һум ѳҫтәләсәк. Бынан тыш, әсәлек капиталы программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтылды. Шулай уҡ ил башлығы башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү, 3 йәштән 7 йәшкәсә балалары булған ғаиләләргә матди ярҙам күләмен арттырыу кеүек пландары менән дә уртаҡлашты.
Фото: medrussia.org
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: