-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 12:25

Эльвираны бөтә ил беләсәк

Межгорье почтальоны Эльвира Шәйәхмәтованың ҡаһарманлығын ил беләсәк.

Межгорье почтальоны Эльвира Шәйәхмәтованың ҡаһарманлығын ил беләсәк.
Ул “Рәсәй ғорурлығы” проектының геройына әүерелде. Янғындан егерме кешене ҡотҡарған, хәл иткес мәлдә ҡыйыулыҡ күрһәткән почтальонды дәүләт наградаһына һәм “Рәсәй почтаһы”ның корпоратив наградаһына тәҡдим итәсәктәр.
“Рәсәй ғорурлығы” проекты Президент гранттары фонды ярҙамында “Ынтылыш” хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, изге эштәр ҡылған кешеләр күләгәлә ҡалырға тейеш түгел. Батырҙарҙы халыҡ белергә, танырға бурыслы, тип иҫәпләй “Рәсәй почтаһы” етәкселәре. Ябай почтальондың ҡаһарманлығын проект бөтә илгә таратасаҡ.
Фото: vk.com