Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 12:15

Инйәр - Йөйәк - Инйәр тимер юлы маршруты булдырыла

Халыҡтың мөрәжәғәте буйынса, Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы Инйәр - Йөйәк - Инйәр тимер юлы маршрутын аса. Ул 1 февралдән 30 июнгә тиклем көн һайын иртәнге ваҡыттарҙа йөрөйәсәк.

Халыҡтың мөрәжәғәте буйынса, Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы Инйәр - Йөйәк - Инйәр тимер юлы маршрутын аса. Ул 1 февралдән 30 июнгә тиклем көн һайын иртәнге ваҡыттарҙа йөрөйәсәк.
Пассажирҙарҙың теләген иҫәпкә алып, уңайлы теҙмә төҙөлгән, кәрәкле станцияларҙа туҡтау ваҡыты билдәләнгән. Поезд Инйәрҙән 06.10 сәғәттә ҡуҙғалып, 06.55 сәғәттә Йөйәккә барып етә, кире рейс 07.24 сәғәттә ҡуҙғала һәм 08.10 сәғәттә Инйәрҙә була. Ике осраҡта ла Төлмәй станцияһында туҡтай.
Инйәрҙән Йөйәккә тиклем билет хаҡы 83 һум 60 тин тора, льготалы категорияға ҡарағандарға, уҡыусыларға, балаларға ташлама бар.
Электр поезы дүрт вагондан тора, пассажирҙар һаны күбәйгән осраҡта, уларҙы арттырасаҡтар тип күҙаллана.
Фото: www.trainpix.org
Читайте нас: