-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 11:30

Кесе һәм урта бизнес эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яңы төр кредиттан файҙалана ала

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы уларҙы льготалы кредитлау программаһына өҫтәмә индерҙе.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы уларҙы льготалы кредитлау программаһына өҫтәмә индерҙе.
Хәҙер эшҡыуарҙар ябайлаштырылған талаптар буйынса 10 миллионға тиклем кредит алырға мөмкин. Ул йылына 9,95 проценттан юғары булмаған ставка менән биш йылға ҡәҙәр бирелә.
Ә үткән йылдың февралендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проектына ярашлы, 8,5 проценттан артмаған процент менән льготалы кредитлау программаһы эшләй башланғайны. Уның ярҙамында эшҡыуарҙар әйләнештәге аҡсаларын тулыландырыу өсөн өс йылға тиклем түләү шарты менән 500 мең һумдан 500 миллион һумғаса, инвестиция маҡсатында 10 йылға хәтлем 500 мең һумдан 2 миллиард һумға ҡәҙәр кредит алырға хоҡуҡлы.
Фото: интернет.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан