Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 18:00

Сырайы юҡтың - ырайы (кәйефе) юҡ

Ҡатын-ҡыҙ - тәбиғәттең иң илаһи заты. Һәм һәр береһе гүзәл! Тик саҡ ҡына үҙеңде яратырға, үҙең тураһында хәстәрләргә кәрәк. Һау-сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур, йәш күренә. Һау булыу, ҡартайыуҙы кисектереү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү ярҙам итер:

Үҙегеҙҙе көн һайын иртәнге ашҡа 20 минут алдан бер балғалаҡ етен орлоғон ашарға өйрәтегеҙ. Уны яҡшылап сәйнәп, һыу менән эсеп ҡуйығыҙ. Был инде эсәктәр һәм бөтә организм өсөн шәп сара. Тирегеҙ тигеҙ һәм таҙа булыр, тән ауырлығы нормалләшер. Йышыраҡ сөгөлдөр ашағыҙ. Ул ҡанды яҡшы таҙарта, был тире һәм эске органдар өсөн яҡшы йоғонто яһай. Сәс һәм тырнаҡтар матурлығы өсөн көн һайын 50 гр сәтләүек ашағыҙ. Үксәләрегеҙ йомшаҡ һәм тәрбиәле булһын өсөн кизе-мамыҡ йәки йөн ойоҡ кейеп йоҡлағыҙ (ятыр алдынан аҡ май һөртөп, ойоҡ кейегеҙ). Сәсегеҙҙе шампунь менән йыуғандан һуң ментоллы һыу (1 литр һыуға 5 тамсы) менән сайҡатығыҙ. Был процедура сәстәрҙе ялтыратыр, ҡауаҡ булдырмаҫ һәм баш ауыртыуынан ҡотҡарыр. Йоҡлар алдынан керпектәрегеҙгә бойҙай бәбәге майын һөртөгөҙ. Улар нығынып, оҙонайып һәм ҡуйырып китер. Аптеканан глицерин (30 мл) һәм капсулала Е витамины (10 шт) алып файҙалы ҡатышма эшләгеҙ. Йоҡлар алдынан бер сәғәт алдан битегеҙгә һөртөп, массаж яһағыҙ. Битегеҙҙең төҫө яҡшырыр, йыйырсыҡтар тигеҙләнер. Ныҡ туйғансы ашанмағыҙ! Саҡ ҡына ас ҡалыу организмға ял бирә, әүҙемлекте арттыра. Хәрәкәтләнегеҙ! Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. Көнөнә 8 генә минут спорт менән шөғөлләнеү ҙә ғүмерҙе оҙонайта. Һалҡынса бүлмәлә йоҡлағыҙ! Ярайһы уҡ еләҫтә (17-18 градус йылылыҡта) йоҡлаған кешеләрҙең оҙағыраҡ йәш булып ҡалыуы иҫбат ителгән. Үҙегеҙҙе яратығыҙ, баһалай белегеҙ, гел кәмһетеп, сикләп тормағыҙ. Асыуығыҙҙы эскә йотмағыҙ! Үҙ эсенә бикләнгәндәр яман сир менән йышыраҡ ауырый.
Читайте нас: