Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 13:55

Сабый менән бәхет тыуа

Белорет районы һәм ҡалаһы загс бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 2019 йылда беҙҙең районда бѳтәһе 1035 сабый донъяға ауаз һалған. Шуларҙың 533-ѳ малайҙар булһа, 502-һе - ҡыҙ бала.

Белорет районы һәм ҡалаһы загс бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 2019 йылда беҙҙең районда бѳтәһе 1035 сабый донъяға ауаз һалған. Шуларҙың 533-ѳ малайҙар булһа, 502-һе - ҡыҙ бала.
2020 йылдың 23 ғинуарына тиклемге мәғлүмәттәр буйынса Иҙел башы халҡы йәнә 58 бәпәй менән тулыланған - 26 малай һәм 32 ҡыҙ тыуған.
2019 йылда районда малайҙарға ҡушылған иң популяр исемдәр - Артем, Әмир, Богдан, Михаил, Давид, Марк, Тимофей булһа, иң йыш ҡушылған ҡыҙ исемдәре - Ева, Сафия, София, Милана.
Бәғзе бер атай-әсәйҙәр бәпестәрен ҡолаҡҡа ятыраҡ исемдәр менән дә атағандар: малайҙарға Гектор, Елисей, Алсын, Анатолий, Айсыуаҡ, Виктор тип ҡушһалар, ҡыҙҙарға Агния, Вера, Илона, Тея, Ынйы, Юстина, Әминә исемдәре биргәндәр.
Фото: syl.ru
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: