Башҡортостанда кешеләрҙең ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан йышыраҡ үлгән район-ҡалаларын атанылар. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 515,1 осраҡ тәшкил иткән.
Үткән йылдың 10 айында үлем осраҡтарының иң юғары күрһәткесе Фёдоровка районында күҙәтелә. Бында һәр 100 мең кеше өсөн инфаркт, инсульт һәм ҡан әйләнеше системаһының башҡа ауырыуҙарының 686,6 осрағы тура килә. Нуриман районында хәл әҙ генә һәйбәтерәк. Бында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем һаны һәр 100 мең кешегә 675,7 осрак тәшкил итә. Артабан Миякә районы килә – унда 642,9 осраҡ, Стәрлебашта был һан 638,1 осракты тәшкил итә, Белоретта – 635,5.