Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 11:40

"Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ"

Рәсәй Президенты Төркиә Президентына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Төркиә Президентына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
Үткән аҙнала Төркиәнең бер нисә ҡалаһында ер тетрәне. Шуларҙың иң фажиғәлеһе Элязыг провинцияһында теркәлде. Ҡорбандар һаны дүрт тиҫтәгә етә яҙҙы, емереклектәр ҙур ғына, зыян күләме һанала.
Ошо фажиғәгә бәйле Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп тайып Эрдоганға телеграмма ебәрҙе.
Унда былай тиелә:
«Рәсәй халҡы ер тетрәү һөҙөмтәһендә туғандарын, яҡындарын юғалтҡан Төркиә халҡының оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Зыян күреүселәрҙең дә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ».
Фото: top.st
Читайте нас: