Яңылыҡтар
27 Января 2020, 06:50

Үҙ үлемендә уҡытыусыларҙы ғәйепләгән

Ѳфѳлә 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уның үле кәүҙәһенә ѳйҙәрендә ата-әсәһе юлыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ѳфѳлә 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уның үле кәүҙәһенә ѳйҙәрендә ата-әсәһе юлыҡҡан. Фажиғә алдынан үҫмер ҡулхат яҙып, үҙ үлемендә мәктәп уҡытыусыларын ғәйепләгән. Хатҡа бәйле мәғлүмәт тәфтиш органдары тарафынан әлегә раҫланмаған.
Был һуңғы бер нисә кѳндә үҫмерҙәр ҡатнашлығында ѳсѳнсѳ ҡанлы ваҡиға. 23 ғинуарҙа Ѳфѳлә 12 йәшлек ҡыҙ бысаҡ менән ике туған класташына ташланып, уны яралағайны. Шулай уҡ Ишембайҙа 17 йәшлек егеттең ата-әсәһенә һәм уларға килгән ҡунаҡтарға бысаҡ менән һѳжүм итеү осрағы ла теркәлгән. Атаһы һәм ҡунаҡ ҡатын дауаханаға эләккән.