Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 12:25

Әсәлек капиталы йәһәтенән бирелгән ғаризаларҙы тикшереү ваҡыты ҡыҫҡартыласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталына бәйле ғаризаларҙы тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән закондағы үҙгәрештәрҙе 31 июлгә тиклем индереүҙе талап итте, ти ТАСС.

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталына бәйле ғаризаларҙы тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән закондағы үҙгәрештәрҙе 31 июлгә тиклем индереүҙе талап итте, ти ТАСС.
Был ғәмәлде тормошҡа ашырыу илдең Премьер-министры Михаил Мишустиндың иңенә йѳкмәтелдә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Владимир Путин әсәлек капиталын тәүге бала ѳсѳн дә бирә башларға тәҡдим иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, яңы ҡағиҙәләр 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ кѳсѳнә инергә тейеш. Әсәлек капиталы әлегә 2026 йылға тиклем оҙайтылды. Тәүге сабый ѳсѳн дәүләт ярҙамы март-апрель айҙарында бирелә башлаясаҡ.
Фото: rostovmama.ru
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Читайте нас: