Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 11:45

Уҡытыусыларға эш хаҡы түләүҙең яңы тәртибе тураһында тәҡдим

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн түләүҙе арттырыу тураһында күрһәтмә биргәйне. Башҡортостанда яңы тәртип 2020 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инергә тейеш. Урал коэффициентын иҫәпкә алып, түләү 7733 һум тәшкил итәсәк.

Уҡытыусыларҙаң эш хаҡын билдәләү тамырынан үҙгәреүе ихтимал. Федерация Советы уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тәҡдим итә. Сөнки әлеге ваҡытта төбәктәрҙә урындағы властар педагогтарҙың эш хаҡын үҙҙәре билдәләй. Һөҙөмтәлә ил буйынса мәғариф өлкәһендә эшләүселәр еңел булмаған хеҙмәт өсөн 22 мең һумдан алып 100 мең һумға тиклем түләү ала. Уртаса күрһәткес – 40 мең һум.
Сенаторҙар уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын эшләгән сәғәттәр һанына, белем биреү программаһына һәм квалификацияһына ярашлы билдәләргә, дәртләндереүсе түләүҙәр системаһын һаҡлап ҡалырға тигән тәҡдим индерҙе.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: vk.com
Читайте нас: