“Демография“ милли проекты сиктәрендә “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында “Балалар күп булмай” тигән проект старт алды.Сығарылыштарҙа Башҡортостанда йәшәүсе ғаиләләр тураһында бәйән ителә. Тапшырыу авторҙары әйтеүенсә, геройҙарҙың барыһы ла ихтирам-иғтибарға лайыҡ. “Беҙҙең йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәре бихисап үҙгәрештәр кисерҙе. Бында традицион ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар йәлеп итеү күҙлегенән дә, медиабелгестәрҙең гражданлыҡ позицияһы йәһәтенән дә эш байтаҡ. Беҙҙең проект күп балалы атай-әсәйҙәргә һәм ишле ғаиләләрҙә үҫкән балаларға ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә, йәмғиәт тарафынан күпбалалыҡты хуплауға үҙ ѳлѳшѳн индерер, тигән ышаныстабыҙ,” - ти “Тамыр” телеканалының директоры Гѳлназ Ҡолһарина.Башҡорт телеканалының проекты Мәскәүҙә уҙған “Федерация” Бѳтѳн Рәсәй телевизион конкурсында танылыу яуланы. Унда Мѳлѳковтар ғаиләһе тураһында тапшырыу I урынға лайыҡ булды.