Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 11:45

Лайыҡлылар наградланды

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төбәктең төрлө иҡтисад тармағындағы предприятие, ойошмаларҙың 66 хеҙмәткәре һөнәри ҡаҙаныштары өсөн ордендарға, маҡтаулы исемдәргә, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Беҙҙең райондан район-ҡала Пенсия фонды идаралығы начальнигы Константин Васильевич Полетавкинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” исеме бирелде, ә “Башинформсвязь” йәмғиәтенең административ хужалыҡ идаралығынан транспорт менән тәьмин итеү хеҙмәте тракторисы Әхмәҙулла Миҙхәт улы Бикмырҙин (һүрәттә) Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ - профессор, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фәнни етәксеһе Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова ла бар.
Читайте нас: