Башҡортостанда уҙған аҙнала 20 916 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән.
20 ғинуарҙан 26-һына тиклем республикала сирлеләр һаны 4,3% артҡан. Өфөлә 6 700 кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған.
«Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән сирләүҙең эпидемик булмаған кимәле һаҡлана. Ауырыу күрһәткесе эпидемик сиктән 3,5% түбәнерәк, Өфөлә сирҙең өлкәндәр араһында таралыуы иҫәбенә 8% күберәк. Ауырыу йоҡторғандарҙың күбеһе — 17 йәшкәсә балалар», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәттән.
http://www.bashinform.ru/news/1406492-bolshe-20-tysyach-zhiteley-bashkirii-zaboleli-orvi-/