Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 11:30

Владимир Путин Дәүләт советының яңы Президиумының раҫланы

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумының яңы составын раҫланы.

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумының яңы составын раҫланы.
Унда беҙҙең республика етәксеһе Радий Хәбиров та бар.
Яңы президиумға тағы ла Санкт-Петербург ҡалаһы, Тверь, Ҡурған, Волгоград өлкәләре губернаторҙары, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы башлығы ингән.
Шулай уҡ Сахалин губернаторы менән Алтай крайы етәксеһе лә шул составта.
Дәүләт Советы эшмәкәрлегенә уңыштар теләргә ҡала. Радий Фәрит улының унда ла үҙ көсөн йәлләмәй, бөтә тырышлығын һалып эшләйәсәгенә шик юҡ.
Фото: glavarb.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас: