Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 17:20

119 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Белорет ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшлек пенсионер банк картаһынан ҙур суммала аҡсаһы юғалыуы тураһында ғариза менән тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Билдәле булыуынса, ул банкта иҫәп асҡан һәм ай һайын уны пенсия иҫәбенә тулыландыра барған.

Күптән түгел оло кеше иҫәбен тикшереп ҡарай һәм картала 119 мең һум аҡса етмәүен асыҡлай. Асыҡланыуынса, банктағы оператор сумманың былтыр июндә үк иҫәптән алыныуын белдергән.
Тикшереү эше барышында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шуны асыҡлаған: аҡсаны пенсионерҙың Магнитогорск ҡалаһынан килеп йөрөгән ейәне алған икән. Ул олатаһында ҡунаҡта саҡта банк картаһын күреп ҡалған, эргәһендә пин-код яҙылған конвертты ла тапҡан. Оҙай уйлап тормаған: егет банкка барып иҫәптән аҡсаны алған. Банкомат бер юлы ҙур сумманы бирмәгәс, ул иҫәпте өлөшләтә бушатҡан. 17 операциянан һуң банкомат картаның эшен сикләгән, әммә был мәлгә 29 йәшлек ейәне 119 мең һум аҡсаны алып өлгөргән булған. Картаны урынына һалған да ул, тик аҡсаны үҙ мәнфәғәттенә тотонған. Әлбиттә, олатаһының аҡсаһын урлағанын бер кемгә лә һөйләмәгән.
Намыҫһыҙ ейәнгә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Виктория Сердюк,
Белорет эске эштәр идаралығы тикшереүсеһе.
Читайте нас: