Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 13:35

Һалдат ике йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде

Башҡортостандан бер һалдат хәрби часын үҙ белдеге менән ҡалдырған, ул ике йыл ярымға иркенән мәхрүм ителгән.

Башҡортостандан бер һалдат хәрби часын үҙ белдеге менән ҡалдырған, ул ике йыл ярымға иркенән мәхрүм ителгән.
22 йәшлек һалдат контракт буйынса хеҙмәт иткән. Суд ултырышы республика биләмәһендә урынлашҡан Әлкә хәрби часында үткән. Сығышы менән Белореттан булған Никита Безруков ике енәйәт статьяһы буйынса ғәйепләнә. Тәүҙә ул Приморье крайында хеҙмәт иткән часын үҙ теләге менән ҡалдыра һәм тыуған Белорет ҡалаһына ҡаса. Ҡасып йөрөгәнендә бер нисә тапҡыр урлашып, енәйәт ҡыла. Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәрҙең тәгәрмәстәрен сисеп һата. Әммә оҙаҡламай енәйәтсе тотола һәм ҡулға алына. Ғәйепләнеүсе Безруков суд барышында үҙ ғәйебен таный. Ул хеҙмәт итеүсе һалдаттарҙан бындай яңылышлыҡҡа бармауҙарын һорай, үҙенең ҡылыҡтарын ҡабатламаҫҡа өндәй, үкенеүен белдерә.
Асыҡланыуынса, Никита Безруков хеҙмәт иткән часын бер нисә тапҡыр ҡалдырған була, был енәйәте өсөн ул шартлы рәүештә хөкөм дә ителгән. Хеҙмәт итергә теләмәгән егет ике йылдан ашыу ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: