Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 19:05

Балалар һанын арттырыу – тѳп маҡсат

Башҡортостанда тыуымдың дѳйѳмләштерелгән коэффициенты 1,542-не тәшкил итә. Был - бер ҡатындан тыуған балалар һаны. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында әлеге күрһәткес 1,3-кә еткән. Илдә халыҡ иҫәбен арттырыу ѳсѳн был коэффициент 2,1-ҙе тәшкил итергә тейеш.

Башҡортостанда иң юғары коэффициент 2014 йылда булған – 1,948; 2015 йылдан ул яйлап кәмей бара. Был турала халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса видеоселектр кәңәшмәлә Башҡортостан Хѳкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары Ленара Иванова хәбәр итте.
“Илдә коэффициентты 1,7-гә тиклем арттырыу бурысы тора. Тыуымды артырыу бер ғаиләлә балалар һанын ишәйтеүҙе лә күҙ уңында тота,” - тине Ленара Иванова.
Уның һүҙҙәренсә, социаль һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 67 проценты торлаҡ, һалым ташламалары, инфраструктура кеүек уңайлы шарттар булғанда, ғаиләлә балалар һанын арттырыуға ҡаршы түгел икән; ҡалған 40 процентына иһә аҡсалата түләүҙәр мѳһим роль уйнаясаҡ.
Фото: yandex.kz
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: