Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 13:45

Ҡорал һатып алырға йыйынған гражданды ҡулға алынған

Белоретта полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә ҡорал һатып алырға йыйынған гражданды ҡулға алған.

Белоретта полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә ҡорал һатып алырға йыйынған гражданды ҡулға алған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек Белорет кешеһе 35 мең һумға Калашников автоматын һәм боеприпастар һатып алырға ниәтләй. Артҡан аҡсаһына пистолетлы булырға ла ҡарар итә. Алыш-биреш трассала башҡарыла.
Ҡоралдың уға ниндәй маҡсатта кәрәк булғанлығы билдәһеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының тиҙ һәм һөҙөмтәле эш итеүе генә фажиғәне иҫкәртеп, кемдәрҙеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Енәйәтсе быға тиклем дә бүтәндәргә тән йәрәхәттәре һалған, уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған.
Тикшереү эштәре бара. Тикшереү һөҙөмтәһе ҡоралдың хәрби булыуын асыҡлай. “Законһыҙ рәүештә ҡорал, уның өлөштәрен, боеприпастар һатып алыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Фото: UFA1.RU
Читайте нас: