Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 17:55

Республикала сирлеләрҙең күп булыуы сәбәпле мәктәптәр һәм балалар баҡсалары карантинға ябыла

Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары белем биреү процесын туҡтата.

Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары белем биреү процесын туҡтата. Мәктәптәрҙә кластар һәм балалар баҡсаларында төркөмдәр өлөшләтә ябыла. Бөгөнгә ошондай кластар һәм төркөмдәр – 29, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.
Салауат, Бөрө, Хәйбулла, Учалы, Дыуан, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Өфө, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында дәрестәр туҡтатылған.
«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр иткәнсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда 20 916 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырып киткән, Өфөлә 6 700 кешегә диагноз ҡуйылған. Шулай ҙа республикала әлегә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса эпидемия юҡ, тип белдерә ведомство. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа ауырыуҙың эпидемик сиге юғарыраҡ булған. Өфөлә эпидемик сиктең 8% артыуы өлкәндәрҙең ауырыуы менән аңлатыла. Сирлеләрҙең 68% самаһы – 17 йәшкәсә балалар.
http://www.bashinform.ru/news/1407185-v-bashkirii-shkoly-i-detsady-zakryvayutsya-na-karantin-iz-za-bolshogo-kolichestva-zabolevshikh/
Фото: fromua.news
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: