Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 16:45

3-7 йәшлек балалар пособиеһы кемдәргә биреләсәк

Бѳгѳнгѳ кѳндә күп ғаиләләрҙе 3-7 йәшлек балалар ѳсѳн ҡаралған айлыҡ түләүҙәр тәртибе ҡыҙыҡһындыра.Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ өстән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим иткәйне. Был хаҡта дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

Тик әлегә пособие юллар ѳсѳн ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй. Бѳгѳнгѳ кѳндә яңы түләүҙе ғәмәлгә ашырыу ѳсѳн федераль бюджетҡа тѳҙәтмәләр индерелә, норматив-хоҡуҡ акттары әҙерләнә. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ документтар йәй урталарына тиклем әҙер буласаҡ.
Кемдәр был аҡсалата ярҙамға ѳмѳт итә ала һуң?
Аҡсалата ярҙам килеме йәшәү минимумы дәүмәленән (йән башына яҡынса 10 186 һум) артмаған ғаиләләргә бирелә. Радий Хәбиров яҙыуынса, быйыл ул бер балаға - 4,9 мең һум, ә киләһе йылдан 9,8 мең һум тәшкил итәсәк.
Әлеге түләүҙе алыу өсөн ғаризаны 2020 йылдың 31 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләләр, ҡасан мѳрәжәғәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, 2020 йылдың ғинуарынан башлап, бөтә осор өсөн түләү аласаҡ. Балаға 2020 йылда өс йәш тулған осраҡта, уларға өс йәш тулғандан алып түләнәсәк, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, был яңылыҡ 90 меңгә яҡын балаға ҡағыласаҡ.
Фото: 8plus1.ru
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: