28 ғинуарҙа Өфөләге “Максим” икмәкханаһына Роспотребнадзор тикшереүселәре тағы килде.
Был ведомствоның икмәк бешереү йортона айырыуса иғтибар бүлеүе юҡтан түгелдер, тигән фекерҙә эшҡыуарҙар. Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан ойошманы ябыу маҡсаты күҙ уңында тотолмай икән, тип тә уйланырға урын бар.
Күптән түгел Роспотребнадзорҙың пландан тыш тикшереүе һөҙөмтәһендә “Папа Гриль” туҡланыу селтәренең өс сауҙа нөктәһе ябылғайны. Ысынлап та, эш ниҙә?
Был турала “Башинформ” агентлығы биргән ентекле материалды уҡып белерһегеҙ.
Һылтанма - http://www.bashinform.ru/longread/rospotrebnadzor_sht...