Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 12:00

"Еңеүгә тиклем 100 көн"

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Үрге сауҙа майҙанында “Еңеүгә тиклем 100 көн” стелаһын асыу тантанаһы була. Стеланы асыу юҡҡа ғына был көнгә билдәләнмәгән. Нәҡ 30 ғинуарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем йөҙ көндөң кире иҫәбе башлана.
Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарының, илһөйәрҙәр, йәмәғәт берләшмәләре клубтарында тәрбиәләнеүселәрҙең һәм абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашауы көтөлә. Программаға хәрби йырҙар, тамашалар индерелгән. “Арғымаҡ” төркөмө сараның ҡунағы буласаҡ.
Өфө ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын “Еңеүгә тиклем 100 көн” стелаһын асыу тантанаһына саҡырабыҙ. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.
Читайте нас: