Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 14:00

"Эко-Сити" тѳбәк операторы үҙ вәғәҙәһен тотто

Ошо кѳндәрҙә ҡалала күптәр ѳсѳн кѳтѳп алынған мѳһим үҙгәрештәр булды. “Эко-Сити” тѳбәк операторы Белорет районы һәм ҡалаһын заманса 4 SCANIA автомобиле, ѳр-яңы уңайлы контейнерҙар менән тәьмин итте.

Ошо кѳндәрҙә ҡалала күптәр ѳсѳн кѳтѳп алынған мѳһим үҙгәрештәр булды. “Эко-Сити” тѳбәк операторы Белорет районы һәм ҡалаһын заманса 4 SCANIA автомобиле, ѳр-яңы уңайлы контейнерҙар менән тәьмин итте. Ҡапҡаслы пластик 250 евроконтейнер ҡала майҙансыҡтарына урынлаштырыла башланы ла инде. Шундай уҡ эштәр ауыл ерендә лә башҡарыла.
Тиҙҙән “Эко-Сити” компанияһы районға йәнә бер сүп-сар ташыусы автомобилен ебәрәсәк. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов әйтеүенсә, яңы контейнерҙар ѳсѳн яраҡлы майҙансыҡтар ҙа тәртипкә килтереләсәк. Етәксе бынан ары сүп-сар мәсьәләһе бер кемде лә борсомаҫ, тип белдерҙе.
Әйткәндәй, 24 ғинуарҙа Белорет ҡалаһында “Эко-Сити” тѳбәк операторы, сүп-сар ҡалдыҡтарын сығарыу йәһәтенән, юридик шәхестәр менән килешеү тѳҙѳү ѳсѳн күсмә ҡабул итеү ойошторҙо.
Читайте нас: