Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 11:10

Электрон бәйләнеште үҫтереүгә – субсидия

Республика Хөкүмәте менән Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы араһындағы килешеүгә ярашлы, быйыл Башҡортостанға ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһын үҫтереүгә 8,3 миллион һум аҡса бүленә.

Республика Хөкүмәте менән Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы араһындағы килешеүгә ярашлы, быйыл Башҡортостанға ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһын үҫтереүгә 8,3 миллион һум аҡса бүленә.
Субсидия Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса төҙөлгән “Һанлы иҡтисад” милли программаһы нигеҙендә түләнә. Уны “Һанлы дәүләт идараһы” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтеү ҡарала. Проектҡа ярашлы, ведомство-ара бәйләнештең берҙәм системаһындағы мәғлүмәттәр һәм сервистар электрон төргә күсерелә.
Әле ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһының (СМЭВ) өсөнсө версияһына күсеү өсөн төбәк мәғлүмәт системаларын үҫтереү фарыз. Уның ярҙамында ведомстволар араһындағы мәғлүмәттәр йылдамыраҡ тапшырыласаҡ, һөҙөмтәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү тиҙлеге артасаҡ һәм сифаты яҡшырасаҡ. СМЭВ-тың өсөнсө версияһы ҡағыҙ ҡулланмайынса, учреждениеға бармайынса, дәүләт хеҙмәте күрһәтеүгә ҡорола.
Алынған субсидия власть органдары дәүләт хеҙмәте күрһәткәндә файҙаланған 50-гә яҡын мәғлүмәттәр реестрын цифрлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: biz-techno.ru
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: