Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 16:35

Президент Рәсәй фәндәр Академияһы академигын ҡотланы

Владимир Путин “Курчатов институты” Милли ғилми үҙәгенең почетлы президенты, Рәсәй фәндәр Академияһы академигы Евгений Велиховты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

Владимир Путин “Курчатов институты” Милли ғилми үҙәгенең почетлы президенты, Рәсәй фәндәр Академияһы академигы Евгений Велиховты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
Ил етәксеһе, Велихов Рәсәй фәндәр Академияһын, Курчатов институтын, шулай уҡ ватаныбыҙ иҡдисатын, уның оборона ҡеүәтен, ошо йүнәлештәге юғары белем биреү системаһын үҫтереүгә ғәйәт ҙур шәхсән өлөшөн индерҙе, тине.
Евгений Велихов – бөтә донъя кимәлендәге киң билдәле физик-теоретик. 1992 – 2015 йылдарҙа ул “Курчатов институты” Милли ғилми үҙәген етәкләне, Социалистик Хеҙмәт Геройы. 2 февралдә уға 85 йәш тулды.
#ВладимирПутин
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы".
Читайте нас: