Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 11:45

Республикала быйыл балаларҙың йәйге ялына ике миллиард һумдан ашыу бүленә

2020 йылда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға 2,2 миллиард һум бүленә. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин «Мәғариф сәғәте» кәңәшмәһендә йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.

2020 йылда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға 2,2 миллиард һум бүленә. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин «Мәғариф сәғәте» кәңәшмәһендә йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.
Быйыл балалар ялын ойоштороу өсөн бюджет 2,2 миллиард һум тәшкил итә. Был уҙған йылға ҡарағанда 350 миллион һумға күберәк. Ул саҡта 400 мең самаһы уҡыусы ял итте. Башҡортостан ошо эште ойоштороу сифаты буйынса Рәсәйҙең өс алдынғы төбәге иҫәбенә инде, тип билдәләнә.
Министр шулай уҡ ғәмәлдәге учреждениеларҙа тәүлек әйләнәһенә эшләгән профилле балалар лагерҙарын булдырыу тәҡдимдәрен әйтте.
«Беҙҙең заман лагеры» комплекслы белем-тәрбиә биреү программаһы Илеш районының «Орлёнок» лагерында тормошҡа ашырыла.
Республика йыһан сменаһы «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге булышлығында Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы «Аванте» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә уҙғарыла.
Өфө районының «Огонёк» лагерында «Ижади кешеләр» федераль проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй «Геройҙар иле» хәрби-тарихи лагеры ойошторола. Бынан тыш, быйыл республиканың барлыҡ мәктәп яны лагерҙарында профилле сменалар барлыҡҡа килә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров йыл әйләнәһенә эшләгән туғыҙ төп профилле лагерҙың юл картаһын әҙерләргә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1407954-v-bashkirii-na-detskiy-otdykh-vydelyat-bolee-dvukh-milliardov-rubley-/
Фото: detitambov.ru
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: